6 декабрь, Шишәмбе

30 июль 2012 йыл, 15:01

Төбәктә 767 гектарҙан ашыу урман янғындан зыян күргән

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда 2012 йылдағы янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып 128 урман янғыны теркәлгән. Уларҙан 767 гектарҙан ашыу урман зыян күргән.

Әлеге ваҡытта республикала һүндерелмәгән янғындар юҡ, тип хәбәр иттеләр БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Янғындарҙың күпселеге кеше факторы арҡаһында сыҡҡан. Шулай итеп, 2012 йылда 30 янғын – кешенең ут менән һаҡһыҙ эш итеү сәбәпле, йәнә икәүһе – ағас әҙерләү урындарында сыҡҡан. 41 янғындың ни сәбәпле сығыуы әле асыҡлана.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, БР Урман хужалығы министрлығының диспетчер идараһы пункты тәүлек әйләнәһенә эшләй. Урман һағының телефоны: 8(347)262-40-39 йәки 8-800-100-94-00.