3 декабрь, Шәмбе

30 июль 2012 йыл, 14:37

Өфөлә йәшәүсе 14 мең эшһеҙ халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте ярҙамында эшкә урынлашҡан

автор: Галина Бахшиева

2012 йыл башынан Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенә эш тәҡдим итеүселәр менән 74 меңгә яҡын вакантлы урын тәҡдим ителгән. Бөгөнгө көнгә Башҡортостан баш ҡалаһының вакансиялар банкында яҡынса 18600 позиция иҫәпләнә.

«Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йыл башынан ҡалала 14 мең эшһеҙ эшкә урынлаштырылған, 10300-ҙән ашыу кеше иҫәптән төшкән, 8800 өфөлө эшһеҙ тип танылған. Шулай уҡ 13200-ҙән ашыу кеше эш эҙләүсе булараҡ иҫәпкә ҡуйылған.

Әлеге ваҡытта Башҡортостан баш ҡалаһында эшһеҙлек кимәле 1,31 процентҡа тиң. Хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлек коэффициенты – 0,41.

Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә йәмғеһе 7700-ҙән ашыу кеше иҫәптә тора, уларҙан 7300 кеше – эшһеҙ.