9 декабрь, Йома

30 июль 2012 йыл, 12:55

Республика эшҡыуарҙары 1 миллион һумға тиклем субсидия ала аласаҡ

автор: Любовь Колоколова

2012 йылға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү буйынса республика программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты кредит килешеүҙәре буйынса процент ставкаһының бер өлөшөн субсидиялаштырыу формаһында финанс ярҙам күрһәтә.

Дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, эшҡыуарҙар кредит килешеүҙәре буйынса субсидиялар алыуға хоҡуҡлы. Субсидиялар ҡорамалдар, механизмдар, ҡоролмалар, автотранспорт сараларын (еңел автомобилдәрҙән тыш), приборҙар, аппараттар, агрегаттар, машиналар һатып алыу һәм өҫтөнлөклө иҡтисади эшмәкәрлек төрөн тормошҡа ашырыу өсөн төрлө биналар төҙөү маҡсатында бирелә.

Бәләкәй һәм урта бизнестың бер субъектына субсидияның максималь күләме 1 миллион һум тәшкил итә.

Документтар Өфө ҡалаһы, К.Маркс урамы, 37, 2-се корпус, 3-сө ҡат адресы буйынса БР Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү фонды бинаһында ҡабул ителә.