4 декабрь, Йәкшәмбе

30 июль 2012 йыл, 11:57

Төбәктә һайлауҙарҙа ҡатнашыуға хоҡуҡлы партиялар һәм йәмәғәт ойошмалары исемлеге билдәләнде

автор: Сергей Захаров

Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы һайлауҙарҙа ҡатнашыуға хоҡуҡлы сәйәси партиялар, уларҙың төбәк бүлексәләре һәм йәмәғәт ойошмалары исемлеген баҫтырҙы.

25 июлгә ҡарата дөйөм исемлектә 86 исем тәҡдим ителә. Улар араһында – 27 сәйәси партия, партияларҙың 16 төбәк бүлексәһе һәм 43 йәмәғәт ойошмаһы. Улар урындағы үҙидара органдарына һайлауҙарҙа ҡатнаша ала.

Был «Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында»ғы Федераль закондың 35-се статьяһына ярашлы эшләнде. Законға ярашлы, йәмәғәт ойошмаларын һәм сәйәси партияларҙы теркәү өлкәһендә функциялар үтәүгә хоҡуҡлы федераль башҡарма власть органы, уның территориаль органдары «Сәйәси партиялар тураһында»ғы Федераль законға ярашлы һайлауҙарҙа ҡатнашыуға хоҡуҡлы сәйәси партиялар һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары исемлеген төҙөй.