8 декабрь, Кесе йома

30 июль 2012 йыл, 11:25

Үзбәкстан Башҡортостандың урман хужалығы өлкәһендәге тәжрибәһен өйрәнә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанға рәсми визит менән Үзбәкстан Республикаһының Ауыл һәм һыу хужалығы министрлығы делегацияһы килеп китте. Урман хужалығы өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу визиттың төп маҡсаты булып торҙо. Ҡунаҡтар араһында дәүләт власы органдары вәкилдәре, фермер хужалыҡтары етәкселәре булды. Эш осрашыуы барышында дөйөм урман хужалығы буйынса мәсьәләләр, шулай уҡ урмандарҙы тергеҙеүгә ҡағылышлы һорауҙар ҡаралды. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

— Йыл һайын беҙҙең республикала 10400 гектар майҙанда урмандарҙы тергеҙеү саралары үткәрелә, — тип һөйләне БР урман хужалығы министры урынбаҫары Ришат Шәрәфиев.

Үзбәкстанда үҫентеләр насар ерләшкәнгә күрә (30 процент), ҡунаҡтар Башҡортостандағы хәлдәр менән ҡыҙыҡһынды.

— Республиканың 100-ҙән ашыу урман питомнигында 100 миллионға яҡын үҫенте үҫтерелә. Беҙҙең тәжрибә һәм кадрҙар орлоҡ материалдарын һөҙөмтәле ҡулланырға мөмкинлек бирә. Бөгөнгө көнгә яңы ултыртылған үҫентеләр 80 процентҡа үҙләшә, — тип аңлатты Ришат Шәрәфиев.

Ҡунаҡтар Өфөнөң лимонарийында һәм ауыл хужалығы техникумында булды, БР Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге һәм Йылайыр, Бөрйән райондарының дәүләт унитар предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты. Шулай уҡ делегация урман питомниктарында булды.

— Йылы ҡаршы алғанығыҙ өсөн рәхмәт. Башҡортостандағы коллегаларыбыҙ менән артабан урмандарҙы тергеҙеү өлкәһендә һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итербеҙ, тип ышанабыҙ, — тип билдәләне Үзбәкстан Республикаһының Министрҙар Кабинеты хеҙмәткәре Аслиддин Бозоров.