6 декабрь, Шишәмбе

30 июль 2012 йыл, 9:57

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың көньяҡ райондарында булды

автор: "Башинформ"

28 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың көньяҡ төбәгенә эш сәфәре барышында Ғафури, Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм Стәрлебаш райондарында булды, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Республика етәксеһе Ленин исемендәге колхоз (Яңғыҙҡайын ауылы), «Шишмә» муниципаль предприятиеһы (Иҡтисад ауылы), Стәрлетамаҡ районының «Рощинский» совхозы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы, Ленин исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы (Иҫке Ҡалҡаш ауылы), «Таң» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Ибраҡай ауылы) баҫыуҙарында урып-йыйыу кампанияһы барышы менән танышты, шулай уҡ «Лейтер Е.Г.» крәҫтиән (фермер) хужалығы, «Ергән МТС-ы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Ишембайҙағы бүлексәһе, Явнов исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативының ҡоролоҡтан зыян күргән баҫыуҙарын ҡараны.

Рөстәм Хәмитов ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә наҡыҫ уңыш арҡаһында буласаҡ зыян күләме хаҡында ҡыҙыҡһынды. Күп баҫыуҙарҙа иген уңмаған, шуға уны йыйып алыуҙан файҙа юҡ. Урып-йыйыу эштәре әүҙем алып барылған төбәктәрҙә лә уңыш былтырғыға ҡарағанда түбәнерәк. Әммә Рөстәм Хәмитов булған барлыҡ хужалыҡтарҙа былтырҙан ҡалған иген һәм орлоҡ запастары бар. Бихисап хужалыҡтар сәсеүлектәрен страховкалаған.

«Хәлде төҙәтергә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. – Ҡоролоҡтан зыян күргән хужалыҡтарға ярҙам итәсәкбеҙ. Тәү сиратта, страховкалау компаниялары менән эшләргә кәрәк, улар страховканы тулыһынса түләргә тейеш. Икенсенән, ҡоролоҡтан айырыуса ныҡ зыян күргән хужалыҡтарға федераль интервенция фондынан иген бүлеү йәһәтенән эшләргә кәрәк».

Башҡортостан Президентының, ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға субсидиялар, аграрийҙар өсөн яғыулыҡты арзанайтыу йәһәтенән республика тарафынан күрһәтелгән ярҙам хужалыҡтарға барып етәме, тигән һорауына яуап биреп, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре был ярҙамдың күпселек йәһәттән уларға ярҙам итеүен билдәләне.