3 декабрь, Шәмбе

27 июль 2012 йыл, 17:48

Раил Әсәҙуллин: «Кешене тыңларға һәм ишетергә өйрәнергә кәрәк»

автор: Наталья Малофеева, Марина Шумилова

«Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың Башҡортостандағы төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллинға Шишмә ауылында 20-нән ашыу кеше мөрәжәғәт итте. Халыҡты күсмә ҡабул итеү «берҙәм рәсәйлеләрҙең» урындағы бүлексәһе етәксеһе, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Шишмә районындағы территориаль бүлеге начальнигы Таһир Байбурин менән ойошторолдо. Осрашыуға район һәм ауыл хакимиәттәре вәкилдәре, төрлө хеҙмәт һәм идаралыҡ етәкселәре саҡырылды.

Шишмә халҡының күпселеге торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итте. Шулай итеп, Йәштәр урамындағы барак тибындағы йорттарҙа йәшәүсе кешеләр иҫке йорттан күсереү мәсьәләһен ҡуҙғатты. Уларҙа һыу ҙа, йылы ла юҡ. Ҡасандыр был йорттар төҙөлөш-монтажлау тресы хеҙмәткәрҙәре өсөн ваҡытлыса йәшәп тороу урыны булараҡ төҙөлгән. Предприятие бөтөрөлгәс, йорттар муниципаль милеккә күскән.

Район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Камил Уразмәтов аңлатыуынса, бөгөн районда 2013 йылға тиклем иҫәпләнгән иҫке йорттарҙы емереү буйынса программа тормошҡа ашырыла, әммә унда 2010 йылда уҡ йәшәүгә яраҡлы булмаған тип билдәләнгән йорттар ингән. Был программа дауам ителәсәк, район хакимиәте унда Йәштәр урамындағы йорттарҙы индереү өсөн барыһын да эшләйәсәк. Әлегә Шишмә районында бындай 88 йорт иҫәпләнә, уларҙа бер мең тирәһе кеше йәшәй.

Шишмә ауылында йәшәүсе йәнә бер ҡатын ауылда һыу булмауына зарланды. Һыу бик яй аҡҡанға күрә өҫкө ҡатта йәшәүселәргә ул бөтөнләй барып етмәй.

«Шишмә-һыу» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Олег Ғәйнуллин аңлатыуынса, бөгөн Шишмәлә яңы һыу үткәргес төҙөлә. Ул ауыл халҡын һыу менән тулыһынса тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Әйткәндәй, был проект 2011 йылда «Халыҡ бюджеты» проекты сиктәрендә грант алғайны.

Осрашыуҙа шулай уҡ пай ерҙәрен алыу, күп ҡатлы йорттарҙың ихаталарын төҙөкләндереү, яңы поликлиника төҙөүгә бәйле мәсьәләләр күтәрелде. Раил Әсәҙуллин, Таһир Байбурин һәм район хакимиәте вәкилдәре был һорауҙарға мөмкин тиклем тулыраҡ яуап бирергә тырышты.

Шишмә ауылында йәшәүсе Хәлит Ғайсин төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһенә үҙенең туған телдәрҙе үҫтереү программаһы проектын тапшырҙы. Раил Әсәҙуллин уны республиканың Мәғариф министрлығы етәкселегенә күрһәтергә һүҙ бирҙе.

– Осрашыуға килгән кешеләр менән муниципаль властар бер генә тапҡыр күрешеп һөйләшмәгән, әммә ҡайһы бер проблемалар минут эсендә генә хәл ителмәй, — тип билдәләне Раил Әсәҙуллин. – Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, үҙ тәжрибәмдә тәүге тапҡыр район хакимиәтендә барлыҡ хеҙмәттәрҙең дә етәкселәре алдан йыйылып, һорауҙарға тулы яуап әҙерләгән. Бөгөн улар һорауҙарға яуап биреп, беҙгә ярҙам, кәңәш һорап килгән кешеләрҙең хәлен аңларға тырышты. Һәм был ҙур өмөттәр уята. Кешене тыңларға һәм ишетергә өйрәнергә кәрәк. Президентыбыҙ Рөстәм Зәки улы Хәмитов был хаҡта һәр ваҡыт әйтә.