9 декабрь, Йома

27 июль 2012 йыл, 15:38

Республикала 2013-2015 йылдарға көрсөккә ҡаршы программа әҙерләнә

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостанда 2013-2015 йылдарға көрсөккә ҡаршы саралар программаһы әҙерләнә. БР иҡтисадының мөһим тармаҡтарында көрсөк күренештәрен булдырмау уның төп маҡсаты булып тора, тип хәбәр иттеләр БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Программаны әҙерләү өсөн БР Хөкүмәте күрһәтмәһе менән республиканың иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин етәкселегендәге эш төркөмө булдырылды. Шулай уҡ эш төркөмө составына БР иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Александр Васильев, республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары Александр Гагин, төбәктең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, БР Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов, БР финанс министрының беренсе урынбаҫары Рида Собханҡолова инде.

темалар: бр хөкүмәте