Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан Президенты «Буринтех» предприятиеһында булды

Иҡтисад

Йома, 27 июлдә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң «Буринтех» предприятиеһында булды, унда ул быраулау ҡорамалдарын етештереүгә баһа бирҙе.

Төбәк башлығы быраулау ҡорамалдарын етештереүҙең барлыҡ этаптарын ҡараны. Рәсәйҙә быраулау эштәренең 60 проценты «Буринтех» продукцияһы ярҙамында башҡарыла, тип һөйләнеләр Президентҡа. 1999 йылдың июнендә генә булдырылыуға ҡарамаҫтан, предприятие Рәсәй баҙарының был тармағында беренсе урындарҙы биләй. Әлеге производствоға инвестициялар күләме һуңғы 10 йылда 2,7 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. Компания донъя баҙарҙарына ла әүҙем сыға башланы.

Президентҡа бында етештерелгән продукцияның барлыҡ төрҙәрен күрһәттеләр. Был йөҙгә яҡын быраулау ҡорамалдары төрө.

— Иҡтисади тотороҡһоҙ шарттарҙа һеҙ яуаплы эшмәкәрлек өлгөһөн күрһәтәһегеҙ. Бындай яҡшы һөҙөмтәләр менән һеҙҙе ҡотлайым, — тине республика башлығы, предприятие хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итеп. – Һеҙҙең предприятие донъяла беренсе булһын өсөн нисек ярҙам итә алыуыбыҙ хаҡында уйларға тырышырбыҙ. Был донъя кимәлендәге компетенциялар үҙәге булырға тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть