6 декабрь, Шишәмбе

27 июль 2012 йыл, 12:31

Өфөлә Мостай Кәримгә һәйкәл ҡуйыласаҡ

автор: Розалия Вәлиева

2013 йылдың көҙөндә Киров урамында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл ҡуйыласаҡ. Был хаҡта республиканың Мәҙәниәт министрылығынан хәбәр иттеләр.

Мәскәү скульпторы Андрей Ковальчукҡа Мостафа Сафа улының образын һынландырыу бәхете тейгән, ул БР Мәҙәниәт министрлығы үткәргән һынлы сәнғәт конкурсында еңеп сыҡҡан.

Һәйкәл композицияһының дөйөм бейеклеге алты метр буласаҡ. Скверҙа скульптура янында сәскә түтәлдәрен, ике фонтан, йәйәү йөрөү өсөн яңы юлдар булдырыу планлаштырыла. Проектҡа йәмғеһе 61 миллион һумдан ашыу аҡса тотоноу ҡарала.