11 декабрь, Йәкшәмбе

27 июль 2012 йыл, 12:01

Рөстәм Хәмитов Алмаз Алиуловтың Испаниянан ҡайтыуын үҙ контроленә алды

автор: Розалия Вәлиева

— Әлеге ваҡытта Башҡортостан Президенты Хакимиәте Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы менән берлектә Алмаз Алиуловтың тыуған яғына ҡайтыуының бар аспекттарын тикшерә, — тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Бер нисә йыл элек Баймаҡта йәшәүсе Альбина Алиулова аҡса эшләү маҡсатында Испанияға китә, үҙе менән ҡуша улын да ала. 12 июлдә фажиғә була – ҡатын аҫылынып үлә. Туғандары суицид версияһын инҡар итә: Альбина күп эшләгән, киләсәккә ҙур пландар ҡороп йәшәгән. Фажиғә сәбәптәре әлегә билдәле түгел.

Ҡатындың мәйете әлегә тиклем моргта. Туғандары Мадридҡа тиклем билетҡа аҡса йыя. Сит илдә бер үҙе тороп ҡалған Альбинаның 12 йәшлек улы ла борсолоу тыуҙыра. Әлеге ваҡытта ул Испанияның реабилитация үҙәгендә белгестәр күҙәтеүе аҫтында. Баланы һәм ҡатындың мәйетен Башҡортостанға ҡайтарыу өсөн яҡынса биш мең евро кәрәк.

Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса Баймаҡ районы хакимиәте аҡса йыя башлаған. Бынан тыш, малайҙың ғаиләһенә матди ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре лә хәл ителә. Илселектән хәбәр итеүҙәренсә, Алмазды тыуған яғына бер ниндәй ҡаршылыҡтарһыҙ ҡайтарып була, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығынан визаны бер көн эсендә эшләп бирергә вәғәҙә иткәндәр.

темалар: бр президенты