Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Республика бейеүселәре Лондонда мәҙәни Олимпиадала сығыш яһаясаҡ

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары 2-5 августа Лондонда Олимпиаданың Мәҙәни программаһы сиктәрендә фестивалдә сығыш яһаясаҡ, тип хәбәр иттеләр ансамбль дирекцияһынан.

Фестиваль 2012 йылдың 9 сентябренә тиклем дауам итәсәк. Программала – карнавалдар, цирк тамашаһы, театр һәм опера постановкалары, фильмдар күрһәтеү һәм музыканттарҙың гала-концерты.

Лондондан беҙҙең бейеүселәр Бразилияға оса, унда улар XII Халыҡ-ара фольклор фестивалендә ҡатнаша. Сара 6 августа Риу-Гранди-ду-Сул штатының баш ҡалаһында үтә.

— Фестивалдә Рәсәй һәм Башҡортостандың бейеү сәнғәтен күрһәтмәксебеҙ, — тип һөйләне ансамбль директоры Радик Шәрәфетдинов. – Бразилия халҡы рус, ҡалмыҡ һәм украин бейеүҙәрен күрәсәк. «Гөлнәзирә», «Ете ҡыҙ» һәм «Бесәнселәр» программаның кульминацияһы буласаҡ.

Бының менән сит илдәргә гастролдәр тамамланмай: 30-31 августа ансамбль Германияла Рәсәй йылын асыу тантанаһында ҡатнаша. Үҙенең программаһын коллектив Берлиндың Үҙәк майҙанында тәҡдим итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть