8 декабрь, Кесе йома

27 июль 2012 йыл, 10:58

Бөгөн Лондонда Олимпиада-2012 асыла

автор: Дмитрий Слезин

27 июлдә Лондонда Олимпиада-2012 асыла. Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостан Республикаһы исеменән туғыҙ спортсы сығыш яһаясаҡ.

Улар – еңел атлеттар Лилиә Шобухова, Григорий Андреев (икеһе лә марафонсы), Егор Николаев, йөҙөүсе Антон Анчин, бокссы Елена Совельева, фехтование спорт төрө буйынса Реналь Ғәниев һәм Артур Әхмәтхужин, ауыр атлет Дмитрий Клоков, байдарка һәм каноэла ишкәксе Илья Первухин. Бынан тыш, спорт һөйөүселәр Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән Татьяна Лебедева (еңел атлетика), Евдокия Гречишникова (биш төр ярыш), Өфөнөң «Ағиҙел» спорт үҙәгендә шөғөлләнгән Александр Колобневтың (велоспорт) сығыштарын ҡарай ала.

Беренселәрҙән булып Әхмәтхужин менән Ғәниев сығыш яһай, уларҙың шәхси ярыштары 31 июлдә старт ала.

2012 йылғы Олимпия уйындарын асыу тантаныһы Мәскәү ваҡыты менән 24 сәғәттә башлана.

темалар: олимпиада-2012