4 декабрь, Йәкшәмбе

27 июль 2012 йыл, 10:03

Башҡортостан менән Ростов өлкәһе хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөнө

автор: «Башинформ»

Башҡортостан һәм Ростов өлкәһе Хөкүмәттәре сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Ростов өлкәһе губернаторы Василий Голубев 26 июлдә Дондағы Ростов ҡалаһында ҡул ҡуйҙы.

Яҡтар киләсәктә килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса саралар программаһын әҙерләргә һәм уға айырым проекттар индерергә һөйләште, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәтенән.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, ауыл хужалығы машиналарын эшләү хеҙмәттәшлектең мөһим йүнәлештәренең береһе булып тора.

— Башҡортостанда булған дүрт мең комбайндың өс меңе «Ростсельмаш» компаниһында эшләнгән. Уларҙы яңыртыу талап ителә. Яңы төр машиналар ҙа бар, уларҙы һатып алырға теләйбеҙ. Бында «Ростсельмаш» етештергән машиналарҙы һатып алыу буйынса һөйләшеүҙәр үткәрергә килдек, — тине республика башлығы.

— Беҙҙең төбәктәрҙең оҡшаш яҡтары күп. Һәм беҙҙең өсөн ауыл хужалығы, эшкәртеү сәнәғәте, юғары технологиялар өлкәләрендә Башҡортостан предприятиеларының эш тәжрибәһен өйрәнергә мөмкинлек килеп тыуа, — тине Василий Голубев.

Башҡортостандың рәсми делегацияһы визиты барышында күп функциялы үҙәктәрҙең эшен ойоштороу буйынса тәжрибә өйрәнелде.

— Беҙҙең республикала беренсе үҙәк яңы саҡ асылды ғына. Ә Ростов өлкәһендә йыл аҙағынаса һәр ҡалала бындай үҙәктәр асыласаҡ. Беҙҙе был эштең нисек ойошторолоуы ҡыҙыҡһындыра, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Әлеге ваҡытта республикала радиоэлектроника кластеры булдырыла, вертолет двигателдәре өсөн комплектлаусы изделиелар етештереүҙе ойоштороу планлаштырыла. Был йүнәлеш «Роствертол» асыҡ акционерҙар йәмғиәте өсөн ҡыҙыҡ булыуы мөмкин, тип һөйләне Башҡортостан Президенты.

Бынан тыш, ике төбәк башлыҡтарының осрашыуы барышында Дондағы Ростов менән Өфө араһында һауа юлын ойоштороуға бәйле мәсьәләләрҙе тикшерергә ҡарар ителде.