Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Берҙәм Рәсәй»ҙең Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһына яҡынса 20 кандидат дәғүә итә

Сәйәсәт

«Берҙәм Рәсәй» партияһының Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһына кандидаттар һайлап алыу өсөн булдырылған конкурс комиссияһы Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән егермегә яҡын заявка алды, тип хәбәр ителә партия сайтында. Конкурстың төп маҡсаты – Үҙәк башҡарма комитет етәксеһе вазифаһына профессиональ кандидаттар һайлап алыу.

Кандидаттарҙың тулы исемлеге 31 июлдән һуң сайтта урынлаштырыласаҡ.

Партия Уставы буйынса Үҙәк башҡарма комитет етәксеһен генераль Совет Президиумы тәғәйенләй. Әммә партия лидеры Дмитрий Медведев Приморье крайының партия активы менән осрашыу барышында был вазифаға кандидатты конкурс нигеҙендә һайлап алырға тәҡдим итте. Конкурс 16 июлдә иғлан ителде. Заявкалар июль аҙағынаса ҡабул ителәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын ағымдағы йылдың мартынан алып Константин Мазуревский башҡара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть