3 декабрь, Шәмбе

26 июль 2012 йыл, 16:49

Башҡортостан рәссамдарының эштәре Италияның Монферрато һарайында тәҡдим ителә

автор: Розалия Вәлиева

— «Рәсәйҙән бер ҡараш. Башҡортостан рәссамдары сәнғәте» проекты Италияла үҙ эшен дауам итә. Әлеге ваҡытта рәссамдарҙың эштәре Италияның билдәле Монферрато һарайында тәҡдим ителә, — тип хәбәр ителә Башҡортостан Республикаһы рәссамдарының ижади берләшмәһе сайтында.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, күргәҙмәлә республика рәссамдары – Сергей Краснов, Зөфәр Ғаянов, Виктор Пегов, Юрий Уждавини, Рәйес Ғәйетовтың эштәре тәҡдим ителә. Йәмғеһе – 100 эш. Рәссамдарҙың эштәре Италияның Турин, Монкальери, Ланьяско һәм башҡа ҡалаларында булып өлгөргән.

«Рәсәйҙән бер ҡараш» экспозицияһы 2011 йылда Италияла – Рәсәй мәҙәниәте йылын, беҙҙең илдә — Италия мәҙәниәте йылын иғлан итеү сиктәрендә ойошторола.