Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

1 августан республикала «Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры» конкурсына заявкалар ҡабул ителә

Иҡтисад

Башҡортостанда «Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры» бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы үтәсәк. Бәйгене ойоштороусылар булып БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты һәм Башҡортостандың Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы сығыш яһай.

Быйыл ул 16-сы тапҡыр үткәрелә. Лидер ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмғиәттәге ролен, уларҙың төрлө эшмәкәрлек өлкәләренә индергән өлөштәрен асыҡлау, бизнеста ҙур уңыштарға өлгәшә алған ҡатындарҙы билдәләү конкурстың төп маҡсаты булып тора. Бынан тыш, бәйге шәфҡәтлелек һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән, әүҙем тормош позициялы ҡатындарҙы билдәләү һәм бүләкләү маҡсатында үткәрелә.

Сарала бөтә төр милек формаһындағы төрлө тармаҡ предприятиелары, шулай уҡ башҡарма һәм муниципаль власть органдары, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре ҡатнаша ала.

Тулыраҡ мәғлүмәт менән Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты сайтында («Конкурстар, күргәҙмәләр» бүлегендә) танышырға була.

Документтар ағымдағы йылдың 1 авгусынан 1 октябренә тиклем киләһе адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, Башҡортостандың Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть