6 декабрь, Шишәмбе

26 июль 2012 йыл, 15:35

Башҡортостанда 12 йәшлек үҫмерҙе Испаниянан тыуған яғына ҡайтарыу өсөн аҡса йыялар

автор: «Башинформ»

Баймаҡ районынан ун ике йәшлек Алмаз Алиулов тыуған яғына ҡайта алмай. Уның әсәһе үҙ-үҙенә ҡул һалған, тип хәбәр ителә «Республика Башкортостан» гәзитенең бөгөнгө һанында.

Республиканың Баймаҡ районы Комсомол ауылында тыуып үҫкән Альбина Алиулова күп йылдар дауамында сит илдәрҙә үҙенең тормошон көйләргә маташҡан. Эш эҙләп ул Испанияға китә. Ниһайәт, үҙенә оҡшаған эшкә урынлашҡас, янына 7 йәшлек улын да ала. Бер нисә көн элек фажиғә булған – Альбина үҙ-үҙенә ҡул һалған. Был хәлдең сәбәптәре әлегә билдәле түгел, әммә 12 йәшлек үҫмер сит илдә бер үҙе тороп ҡалған.

— Улын Испанияға ул дүрт йыл элек алып китте, — тип һөйләне «Республика Башкортостан» гәзитенә Альбинаның бер туған апайы Рәшиҙә. – Алмаз әлегә Севилья ҡалаһындағы приютта. Ул бик аҡыллы, уҡымышлы, тәрбиәле малай. Уның менән скайп аша һөйләшеп торам. Алмаз тыуған яғына ҡайтҡыһы килә.

— Мәйетте яндырыу һәм Алмазды Башҡортостанға ҡайтарыр өсөн яҡынса биш мең евро аҡса кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай аҡса беҙҙә юҡ, — тип һөйләне Рәшиҙә. – Алмаздың атаһы ла бар, әммә ул Рәсәй гражданы түгел. Унан да бигерәк, уның үҙенең ғаиләһе бар. Альбина биш йыл дауамында эш эҙләгәндә, малай минең менән йәшәне. Әле лә ул атаһына түгел, миңә килеп йәшәгеһе килә.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, малайҙың өләсәһе Фәнүзә Салауат ҡыҙы көн элгәре халыҡты социаль яҡлау органдарына матди ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Алмаздың ғаиләһенә район хакимиәтенән дә ярҙам күрһәтергә вәғәҙә иткәндәр.

— Аҡса йыйыу өсөн махсус иҫәп астыҡ, — тип белдерҙе Баймаҡ районы башлығы Илшат Ситдиҡов. – Тәүге ярҙам ҡулы һуҙыусылар ҙа бар – Баймаҡ ҡойоу-механика заводы һәм «ПМК-Баймаҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.

«Республика Башкортостан» гәзите үҙенең уҡыусыларын битараф ҡалмаҫҡа саҡырҙы һәм аҡса күсереү өсөн иҫәптең реквизиттарын баҫтырҙы:

№ 42301810400220008317

Банк Филиал ОАО «УралСиб» в г. Уфе

Бик: 048073770

Кор/счет: 30101810600000000770

ИНН: 0274062111

КПП: 027802001

Клиенттың исеме: Алиулова Фәнүзә Салауат ҡыҙы.