4 декабрь, Йәкшәмбе

26 июль 2012 йыл, 14:29

Александр Никерин Краснодар крайының спорт министры урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнде

автор: «Башинформ»

Башҡортостандың элекке йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин Краснодар крайының спорт һәм физик культура министрының беренсе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнде. Никерин һүҙҙәре буйынса, тәүге шылтыратыу федераль министрлыҡтың Физик культура һәм спорт өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте департаментынан булған. 30 майҙа ул эшкә саҡырыу алған, бынан һуң Краснодарҙа крайҙың вице-губернаторы менән осрашҡан. Яңы вазифала Александр Никерин муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара килешеп эш итеү һәм ойоштороу эшмәкәрлеге буйынса, сәләмәт тормошто һәм физкультураны пропагандалау, физкультураны үҫтереү бүлектәре эшмәкәрлеген контролдә тотасаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт менән Александр Никериндың «Ижтимағи электрон гәзит» журналистарына биргән интервьюһында танышырға була.