7 декабрь, Шаршамбы

26 июль 2012 йыл, 13:09

17 августа «Йәш Гвардия»ның V съезы үтә

автор: Марина Шумилова

17 августа, «Гвардейск» федераль мәғариф форумы сиктәрендә, Липецк өлкәһендә «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның V съезы үтә. Унда меңдән ашыу кешенең, шул иҫәптән яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән «Йәш Гваридия»ға оҡшаш йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренең ҡатнашыуы көтөлә. «Йәш Гвардия»ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе исеменән съезда йәш гвардиясыларҙың төбәк конференцияһында һайланған ике делегат — «Йәш Гвардия»ның төбәк штабы начальнигы Константин Канунников һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самойленко сығыш яһаясаҡ.

Съездың көн тәртибенә түбәндәге өс һорау индерелгән: «Йәш Гвардия» Уставының яңы редакцияһын раҫлау; ойошманың етәкселәр составын яңыртыу; «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның федераль проекттарын раҫлау.

26 июндән «Йәш Гвардия» сайтында яңы бит (forum.mger2020.ru/gvardeysk) булдырылғайны, унда теркәлгән һәр кеше 15 июлгә тиклем «Йәш Гвардия» эшмәкәрлегенең төрлө йүнәлештәре буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерә ала ине.

Съезды ойоштороусылар мәғлүмәттәре буйынса, интернет менән ҡулланыусылар «Йәш Гвардия» Уставына 17-нән ашыу төҙәтмә индергән, ойошманың етәксе органдарына 50-нән ашыу кандидатура, шулай уҡ федераль статусҡа дәғүә иткән 70-тән ашыу төрлө проект тәҡдим иткән.