5 декабрь, Дүшәмбе

26 июль 2012 йыл, 12:34

Төбәктә халыҡтың артыуы күҙәтелә

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостанда йыл башынан халыҡтың артыуы күҙәтелә. Тәүге алты ай эсендә, үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, тыуғандар һаны 7,7 процентҡа артҡан, ә үлем осраҡтары 3,5 процентҡа кәмегән. Һөҙөмтәлә халыҡтың тәбиғи үҫеше 0,7 процент тәшкил итте. Был хаҡта БР һаулыҡ һаҡлау учреждениелары һәм идара итеү органдарының тәүге ярты йыллыҡҡа эш һөҙөмтәләре буйынса кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев хәбәр итте.

Шулай уҡ республикала эшкә яраҡлы йәштәгеләр араһында үлем осраҡтары 8,2 процентҡа кәмегән.

– Республикала ауырыуҙар һаны 1,8 процентҡа кәмегән. Кешеләр туберкулез, наркомания, токсикомания, венерик ауырыуҙар һәм йоғошло тире ауырыуҙары менән әҙерәк ауырый башланы. Дөйөм ауырыуҙар структураһында тәүге өс урында тын алыу ағзалары, ҡан йөрөшө системаһы һәм аш һеңдереү ағзалары ауырыуҙары тора, — тип һөйләне БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Александр Афанасьев.

темалар: һаулыҡ һаҡлау