9 декабрь, Йома

26 июль 2012 йыл, 9:54

Рөстәм Хәмитов Triangle холдинг компанияһы етәкселеге менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе

автор: «Башинформ» | фото: Андрей Старостин

25 июлдә Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Triangle («Трайангл») холдингы президенты Дин Юйхуа етәкселегендәге Ҡытай Халыҡ Республикаһының эшлекле даирәһе вәкилдәре менән осрашты.

Осрашыуҙа Башҡортостанда шиндар етештереү буйынса завод төҙөү мөмкинлектәре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Был компания вәкилдәренең республикаға икенсе визиты. Уның һөҙөмтәләре буйынса заводты төбәктә урынлаштырыу мөмкинлектәренә бәйле ҡарар ҡабул ителәсәк. Әгәр бындай ҡарар ҡабул ителһә, тәүге этапта проектҡа инвестициялар күләме яҡынса 250 миллион евро тәшкил итәсәк, ҡеүәте – йылына 4 миллиондан ашыу шина. Төҙөлөш өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһы янындағы ике майҙансыҡ ҡарала. Уларҙы ентекләберәк өйрәнеү маҡсатында делегация визиты программаһына был инвестицион майҙансыҡтарға барыу ҙа индерелгән.

Әгәр Triangle компанияһы завод төҙөү өсөн республиканы һайлаһа, уға иң уңайлы шарттар булдырыласаҡ, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов һөйләшеү барышында. Атап әйткәндә, холдингты 10 йылға милеккә һалым түләүҙән бушатыу планлаштырыла. Бынан тыш, төҙөлөш майҙанын әҙерләү, уға коммуникациялар үткәреү буйынса сығымдарҙы Башҡортостан үҙ өҫтөнә аласаҡ. Шулай уҡ республика шина сәнәғәте өсөн сеймал менән тулыһынса тәьмин ителгән, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк башлығы.

Бер ай элек республикаға «Трайангл» компанияһының вице-президенты килде һәм һөйләшеүҙәрҙең тәүге этабы үткәрелде, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

— «Трайангл» компанияһының Башҡортостанды эре предприятие төҙөү өсөн майҙансыҡ булараҡ күҙ алдына килтереүе беҙҙең өсөн яҡшы яңылыҡ, — тине Президент. – Был беҙҙең өсөн оло хөрмәт булыр ине. Предприятиеға эшләргә уңайлы булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Яңы предприятиелар төҙөү беҙҙең өсөн өҫтөнлөк булып тора, шуға күрә беҙгә инвестициялар менән килгән компаниялар өсөн иң уңайлы шарттар булдырабыҙ.

Республика башлығы хеҙмәттәшлектең дауам ителәсәгенә ышанысын белдерҙе.

Дин Юйхуа, үҙ сиратында, ойошторолған осрашыу өсөн рәхмәтен белдерҙе.

— Һеҙҙең республика файҙалы ҡаҙылмаларға, нефткә, газға бай. Һеҙҙә сәнәғәт, ауыл хужалығы үҫешкән. Бында килеп, барыһын да үҙ күҙебеҙ менән күрҙек, — тине Ҡытайҙан килгән ҡунаҡ.