8 декабрь, Кесе йома

25 июль 2012 йыл, 17:18

Республикала 46 мең сабый балалар баҡсаһына путевка көтә

автор: Розалия Вәлиева

— 2012 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Башҡортостандың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына путевка алыуға 1,5-6 йәштәрҙәге 46 мең бала сиратта тора, — тине «Комсомольская правда» гәзите редакцияһында үткән матбуғат конференцияһында БР Мәғариф министрлығының мәктәпкәсә белем биреү секторы мөдире Светлана Денисова.

Йәш ата-әсәләр бала тыуғас та сиратҡа торорға тейеш. Бының өсөн аҙнаһына ике тапҡыр район мәғариф бүлектәрендә граждандар ҡабул ителә. Сиратҡа тороу ғаризаһын хәҙер Мәғариф идаралығы порталында ла бирергә була. Бында заявкалар йыл әйләнәһенә ҡабул ителә.

— Бала баҡсаларының һаны йылдан йыл артасаҡ, — тине Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов. – 2012 йылда ғына ун учреждение төҙөү планлаштырыла. Әлеге ваҡытта Өфөнөң мәктәпкәсә белем биреү системаһында 229 учреждение һәм 4 башланғыс белем биреү мәктәп-бала баҡсаһы иҫәпләнә. Ғәмәлдәге бала баҡсаларын реконструкциялау, яңыларын төҙөү, биналарҙы ҡайтарыу буйынса эшмәкәрлек дауам итә. 2013 йылға проектлау-тикшереү эштәре башланды. Яңы бала баҡсалары Киров районында, Дим, Шакша, Инорс биҫтәләрендә һәм Максимовка ҡасабаһында төҙөләсәк. Былтыр бала баҡсаларында урындар һаны 1310-ға артты: биш яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы асылды. Әлеге ваҡытта Өфөнөң бала баҡсаларына путевка алыуға 17793 кеше сиратта тора. Быйыл 11 меңдән ашыу путевка биреү планлаштырыла.