11 декабрь, Йәкшәмбе

25 июль 2012 йыл, 16:15

IBM корпорацияһының мәғлүмәт технологиялары Башҡортостан Хөкүмәтендә тәҡдим ителде

автор: Любовь Колоколова | фото: Андрей Старостин

25 июлдә Башҡортостан Хөкүмәтендә социаль хеҙмәттәр эшмәкәрлеген автоматлаштырыу өлкәһендә IBM корпорацияһы тәҡдим иткән ҡарарҙар һәм технологияларҙың презентацияһы үтте.

Презентацияла республиканың бер нисә ведомствоһы – Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, Финанс министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте идаралығы, РФ Социаль страховкалау фондының БР буйынса төбәк бүлексәһе, «БР буйынса медицина-социаль экспертиза баш бюроһы» федераль ҡаҙна учреждениеһы һәм Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте вәкилдәре булды.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов билдәләүенсә, социаль өлкәлә мәғлүмәтләштереүҙе үҫтереү – халыҡ өсөн тәҡдим ителгән дәүләт хеҙмәттәре менән файҙаланыу йәһәтенән уңайлылыҡ кимәлен арттырыуҙы күҙ уңында тотҡан мөһим йүнәлеш.

— Социаль өлкәлә инновацияларҙы ҡулланыу артабан дәүләт идаралығы сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә, кеше капиталы үҫешенә һәм граждандарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йоғонто яһай, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды вице-премьер.

IBM корпорацияһының өлкән вице-президенты Юрген Нойбауэр, компания Башҡортостандың социаль хеҙмәттәре өсөн ҡайһы бер ҡарарҙар тәҡдим итергә әҙер, тип билдәләне. Үҙенең идеяларын ул Евросоюз, Төньяҡ Америка, Австралия һәм Яңы Зеландия илдәрендә уңышлы тормошҡа ашырылған проекттар өлгөһөндә тәҡдим итте.

IBM корпорацияһы составына ингән Curam Software фирмаһының һатыу буйынса директоры Ульрих Кларенбах халыҡ мәшғүллеге һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәләре өсөн махсус проект менән таныштырҙы.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостандағы Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенең бөгөнгө сарала ҡатнашыусыларҙың береһе — «Профессиональ мәғлүмәт системалары» компанияһы менән берлектә эшләү тәжрибәһе бар. 1997-2001 йылдарҙа был компания төбәктең Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенә компьютерҙар, принтерҙар, мебель поставкалау буйынса эштәр башҡарҙы.

Curam Software менән тәҡдим ителгән технологияларҙың әһәмиәте уларҙың универсаль һәм социаль йүнәлтелгән булыуында.