10 декабрь, Шәмбе

25 июль 2012 йыл, 15:10

Башҡортостандың «берҙәм рәсәйлеләре» алдан тауыш биреүгә йомғаҡ яһаны

автор: Марина Шумилова

Муниципаль берәмектәрҙең вәкәләтле органдарына депутатлыҡҡа тәҡдим итеү өсөн кандидаттар һайлау буйынса алдан тауыш биреү йомғаҡтары 25 июлдә Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы Президиумы ултырышында раҫланды.

Көҙгө муниципаль һайлауҙарҙа ҡатнашыуға дәғүә итеүсе 2574 кеше 1-20 июлдә «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһендә алдан тауыш биреү процедураһын үтте. 2 меңдән ашыу кеше (79,2%) – партияның түбәнге бүлексәләре, 500-ҙән ашыу кеше (20,8%) Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтына ҡараған йәмәғәт ойошмалары менән тәҡдим ителде. Тауыш биреүҙә 28873 һайлаусы ҡатнашты. Уларҙың 86 проценты — «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзалары, 14 проценты – йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре.

Алдан тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһының кандидаттар исемлегенә 658 партия ағзаһы һәм 201 партия яҡлы инде.

«Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов фекеренсә, әлеге сара былтырғыға ҡарағанда яҡшыраҡ үткән.

— Тауыш биреүҙе мөмкин тиклем ғәҙел үткәрергә тырыштыҡ, — тип һөйләне Альберт Мифтахов «Башинформ» агентлығына. – Бөгөнгө көнгә беҙ былтырғы тауыш биреүҙең хаталарын һәм етешһеҙлектәрен, яңыртыу буйынса тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алырға тырыштыҡ. Быға ҡарамаҫтан, алдан тауыш биреү бөтә ерҙә лә яҡшы кимәлдә үтмәне. Ҡайһы бер райондар буйынса иҫкәртмәләр ҙә бар, уларҙы партия активына, урындағы сәйәси совет секретарҙарына, башҡарма комитет етәкселәренә еткерәбеҙ. Дөйөм алғанда һайлауҙарға тәүге аҙым яҡшы булды.