Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Ирек Ялалов юл эштәре сифаты менән ҡәнәғәт түгел

Иҡтисад

Ҡала хужалығы объекттарына капиталь ремонт үткәреү программаһына ярашлы ағымдағы йылда Өфөлә яҡынса дүрт миллиард ярым һумға 80-дән ашыу объектта (магистраль, урам, майҙан, бульварҙарҙа) ремонт үткәреү ҡаралған. Был хаҡта Өфө хакимиәтендә сираттағы оператив кәңәшмәлә Коммуналь хужалыҡ һәм ҡаланы төҙөкләндереү идаралығы начальнигы Владимир Чернов хәбәр итте. Капиталь ремонт буйынса эштәр әлеге ваҡытта баш ҡаланың барлыҡ административ райондарында урынлашҡан 27 объектта башҡарыла.

Ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов юл эштәре башҡарыу сифатын ҡаты тәнҡиткә алды. Сифат яғынан ҡәнәғәтләндермәгән эштәр өсөн хакимиәт түләмәйәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Шулай уҡ, мэр ҡушыуына ҡарамаҫтан, юл япмаһы сифатына контроллек итеү лабораторияһы әлегә тиклем булдырылмаған. Ирек Ялалов иң ҡыҫҡа сроктарҙа асфальтты етештереү, транспортлау һәм түшәү этаптарында экспертиза процесын яйға һалыуҙы талап итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть