11 декабрь, Йәкшәмбе

25 июль 2012 йыл, 13:22

26 июлдә Өфөлә ике маршрут буйынса автоуҙыш старт ала

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

26-31 июлдә Башҡортостанда «Салют, Еңеү!» автоуҙышы үтә. Йәштәр акцияһы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 67 йыл тулыуға һәм Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәрен булдырыуға 82 йыл тулыуға арнала, тип хәбәр иттеләр сараны ойоштороусылар. Автоуҙышты республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү һәм уларҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү үҙәге ойоштора.

Автоуҙыш Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ райондары буйлап ике маршрут буйынса үтә. Беренсеһе Өфө, Белорет, Учалы, Асҡар, Сибай, Аҡъяр, Йылайыр, Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡты үҙ эсенә алһа, икенсеһенең юлы Өфө, Благовещен, Бөрө, Мишкә, Ҡариҙел, Дыуан, Мәсәғүт, Оло Ыҡтамаҡ, Байҡыбаш, Асҡын, Иҫке Балтас, Борай, Яңауыл, Нефтекама, Ағиҙел, Дүртөйлө, Кушнаренко буйлап үтә. Һанап үтелгән ҡала һәм ауылдарҙа автоуҙышта ҡатнашыусылар мотлаҡ туҡтап, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм тыл хеҙмәтсәндәре менән осрашасаҡ. Ике маршруттың да старты һәм финишы — Өфөлә.

Акцияла ҡатнашыуға Башҡортостанда йәшәүсе, һаулыҡ торошо буйынса яраҡлы, спорт һәм туристик яҡтан әҙерлекле балиғ булған кешеләр саҡырыла. Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарына, локаль һуғыштарҙа һәм ҡораллы конфликттарҙа ҡатнашыусыларға, хәрби-патриотик клубтар ағзаларына өҫтөнлөк бирелә. Автоуҙышта ҡатнашыусыларҙың дөйөм һаны 60 кешенән дә артмаҫҡа тейеш.