3 декабрь, Шәмбе

25 июль 2012 йыл, 12:47

Стәрлетамаҡта яңы бала баҡсалары төҙөләсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Стәрлетамаҡта алдағы арала 210 урынға иҫәпләнгән бала баҡсаһы асыласаҡ. Ул «Ҡояшлы» биҫтәһендә урынлашҡан. Төҙөлөш барышын Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Николай Гавва тикшерҙе. Яңы объекттар төҙөүҙән тыш, ҡалала биш элекке бала баҡсаһы бинаһын реконструкциялау планлаштырыла. Быларҙың барыһы ла Стәрлетамаҡ халҡы өсөн киҫкен торған проблема – мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында урындар етмәү мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итәсәк.

Шулай уҡ Николай Гавва төҙөлөп ятҡан башҡа биналарҙы ҡараны, улар иҫәбенә бала баҡсалары һәм спорт учреждениелары инә. Боҙ һарайына ҙур иғтибар бүленде, тип хәбәр иттеләр БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән. Объектты ағымдағы йылдың аҙағында сафҡа индереү планлаштырыла. Яңы аренала фигуралы шыуыу һәм хоккей буйынса тренировкалар үткәреләсәк. Трибуналар 2500 кешегә иҫәпләнгән. Комплекс составына универсаль спорт залы ла инәсәк.  

Бынан тыш, БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары социаль йорттар төҙөү темптарын баһаланы һәм генераль подрядсыларға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә объекттар төҙөү графигын үҙгәртергә ҡушты.