11 декабрь, Йәкшәмбе

25 июль 2012 йыл, 11:59

Рөстәм Хәмитов Австрияның рәсми делегацияһы менән осрашты

автор: Сергей Захаров

Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Австрия Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Маргот Клестиль-Лёффлер менән эш осрашыуы үткәрҙе. Осрашыуҙа шулай уҡ илселектең сауҙа советнигы Дитмар Фелльнер һәм илселектең икенсе секретары Флориан Гродер ҡатнашты.

Осрашыуҙа эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыу, Австрия һәм Башҡортостан араһында тауарҙар әйләнешен арттырыу мәсьәләләре тикшерелде. Дипломатик миссия башлығы менән аралашыу барышында Рөстәм Хәмитов сит ил инвесторҙарына республикала эшләү өсөн уңайлы шарттар гарантиялауын һыҙыҡ өҫтөнә алды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәтенән.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Башҡортостан юғары технологиялар өлкәһендә Австрия менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү яҡлы. Уның һүҙҙәренсә, республикала Көнбайыш Европа илдәрен ҡыҙыҡһындыра алған заманса эшләнмәләр бар.

— Бөгөн беҙ инвесторҙар йәлеп итеү буйынса эшмәкәрлек алып барабыҙ.

Тәү сиратта юғары технологиялар өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтерергә теләр инек. Был металдарҙы эшкәртеү өсөн яңы прецизион электрохимия станоктарын етештереү. Улар медицина, приборҙар һәм автомобилдәр эшләү өлкәләре өсөн ҡорамалдар етештерергә мөмкинлек бирәсәк. Австрияла бындай станоктарҙы берлектә етештерергә тәҡдим итә алыр инек, артабан уларҙы Көнбайыш Европа илдәренә сығарырға була, — тине Президент. – Австрия сәнәғәтселәре һәм етештереүселәре өсөн иң уңайлы шарттар булдырасаҡбыҙ. Административ кәртәләр, бизнесты ҡыҫырыҡлау булмаясаҡ, ул бюрократик структураларҙан яҡлаулы буласаҡ, тип гарантиялайбыҙ. Был минең шәхси гарантиям, — тип ышандырҙы Рөстәм Хәмитов.

Маргот Клестиль-Лёффлер һүҙҙәренсә, Австрия иҡтисады һәм Башҡортостан Республикаһы иҡтисады структураһы тураһында һүҙ йөрөткәндә, бында уртаҡ йүнәлештәр күп һәм хеҙмәттәшлек итеү өсөн ҙур потенциал бар.

— Беҙҙә юғары технологиялар, туризм өлкәләрендә эшләүсе фирмалар бихисап, улар үҙ тәжрибәһе, белеме менән уртаҡлаша алыр ине. Белеүемсә, Башҡортостанды «Рәсәй Швейцарияһы» тип атайҙар. Австрияла урындағы ауыл хужалығы продукцияһы юғары баһалана. Арттырып әйтергә теләмәйем, әммә Австрияның ауыл хужалығы продукцияһы Европала иң яҡшыһы һанала. Был йәһәттән тәжрибә уртаҡлаша алыр инек, тип уйлайым. Австрия инвесторҙары өсөн власть органдары менән мөнәсәбәттәрҙә үҙҙәрен яҡлаулы тойоу мөһим, — тине Клестиль-Лёффлер әфәнде.