9 декабрь, Йома

25 июль 2012 йыл, 11:14

Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығы рәйесе «Ижтимағи электрон гәзит» уҡысыларының һорауҙарына яуап бирә

автор: Сергей Захаров

25 июлдә «Ижтимағи электрон гәзит» (www.i-gazeta.com) сайтында Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығы начальнигы Альмира Солтанованың онлайн-конференцияһы бара.

Урындағы ваҡыт менән 11-ҙән 12-гә тиклем «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына ингән һәр кеше, «Һорау бир!» бүлегендәге тейешле форманы тултырып, уға мөрәжәғәт итә ала. Төшкө 12-лә һорауҙар ҡабул итеү туҡтатыласаҡ.

Интернет ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырыла.

Альмира Солтанованың интернет-берләшмә менән аралашыуы «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар теҙмәһендә лә сағылыш табасаҡ.

Рендеринг һәм конвертациянан һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы видеоотчет биреләсәк.