Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө хакимиәтендә тарихи мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтәсәк

Йәмғиәт

27 июлдә мәҙәни-тарихи мираҫты һаҡлау өлкәһендә тарихсылар, крайҙы өйрәнеүселәр, архитекторҙар, эксперттар ҡатнашлығындағы кәңәшмә һәм ҡалабыҙҙың архитектура йөҙөн яҡшыртыу буйынса пландарҙы тикшереү үтә, тип хәбәр ителә баш ҡала хакимиәте сайтында.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡаланың тарихи мираҫы һәм архитектура ҡомартҡылары мәсьәләләре буйынса йәмәғәт советын булдырыу идеяһы июндә барлыҡҡа килде. Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлап ҡалырға теләүселәрҙе берләшергә саҡырҙы.

Кәңәшмәлә ҡатнашыу өсөн 279-05-69 телефоны буйынса үҙеңдең шәхси мәғлүмәттәреңде әйтеү йәки уларҙы pressa@ufacity.info электрон адресына («кәңәшмәлә ҡатнашыуға заявка» билдәһе менән) ебәреү мотлаҡ.

Башлана 15 сәғәттә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть