3 декабрь, Шәмбе

24 июль 2012 йыл, 17:21

Республика сифатлы бал менән тәьмин ителгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республика быйыл сифатлы бал менән үҙен етерлек кимәлдә тәьмин итәсәк. Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре фаразлауынса, республикала алты мең тоннанан ашыу бал алыу көтөлә. Шул уҡ ваҡытта продукцияның 60 проценты – шифалы үҙенсәлектәре менән төбәктән ситтә лә дан тотҡан йүкә балы.

Был миҙгел айырыуса Мишкә районы аграрийҙары һәм республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендәге хужалыҡтар өсөн уңышлы булды.

Әлеге ваҡытта умартасылар миҙгелде тамамлай. Һауа шарттары уларға бал ҡорто күстәрен ҡарау буйынса яңы заманса технологияларға күсергә мөмкинлек бирә. Бал йыйыу осоро тамамланғандан һуң, умартасылар һәр күсте айырып, бал ҡорттарының һанын ишәйтә аласаҡ.

темалар: умартасылыҡ