Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

«Селигер-2012» йәштәр форумы эшендә Башҡортостан вәкилдәре ҡатнашасаҡ

Йәмғиәт

Башҡортостандан ун кеше «Селигер-2012» бөтә Рәсәй йәштәр форумының аҙаҡҡы сменаһында ҡатнашасаҡ, сара Тверь өлкәһендә 25 июлдән 2 авгусҡа тиклем үтә. Форумда ҡатнашыусылар «Сәйәсәт һәм граждандар йәмғиәте» темаһы өҫтөндә эшләйәсәк.

Башҡортостан делегацияһы етәксеһе, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Йәш ғалимдары советы ағзаһы Зарина Ғәбиҙуллина һүҙҙәренсә, йәштәрҙең ҙур сәйәси акцияларҙа ҡатнашыуы, йәмәғәт эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштары һәм проекттары форумда һайлап алыу критерийҙарының береһе булып тора.

Зарина Ғәбиҙуллина үҙе ике эш – коррупцияға ҡаршы һәм мәғариф өлкәһендәге проекттарҙы тәҡдим итәсәк. Икенсеһе мәктәп программаһына сәйәси эшмәкәрлек буйынса лекциялар индереүгә бағышланған.

Смена барышында төрлө темалар буйынса фекер алышыу майҙансыҡтары эшләйәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть