4 декабрь, Йәкшәмбе

24 июль 2012 йыл, 15:40

БДАУ студенттары – волейбол буйынса Европа уйындары призерҙары

автор: Эльмира Сабирова

Өфөгә Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары командаһы әйләнеп ҡайтты, улар волейбол буйынса юғары уҡыу йорттары араһында Европа уйындары призеры булды. Финалда студенттар Лозанна университеты (Швейцария) спортсылары менән осрашып, 3:1 иҫәбе менән еңеп сыҡты, тип хәбәр иттеләр уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтенән. Финал уйыны һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан студенттары почетлы өсөнсө урын яуланы.

Университеттар араһында беренсе Европа уйындарында 32 илдән 151 уҡыу йорто исеменән 250 команда сығыш яһаны. Турнирҙы асыу тантанаһы 14 июлдә Испаниялағы Кордоба ҡалаһының үҙәк стадионында үтте.

Уйындар Европа Студенттар спорты ассоциацияһы ҡарамағында үткәрелә. Сараны ойоштороусылар булып Кордоба университеты һәм Испанияның Университеттар спорты комитеты сығыш яһай.