4 декабрь, Йәкшәмбе

24 июль 2012 йыл, 15:13

Башҡортостандың полиция хеҙмәткәрҙәре оҙайлы командировканан ҡайтты

автор: Әлим Фәйезов | фото: Айгөл Шәкүрова

Көн элгәре Өфөгә Башҡортостандың 88 полиция хеҙмәткәре әйләнеп ҡайтты, улар ярты йыл дауамында Төньяҡ Кавказ территорияһында ауыр хеҙмәт бурысын үтәгән. БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тәртип һағында тороусылар ярты йыл эсендә юлдарҙа ун меңләп машинаны тикшергән, эҙләнгән автомобилдәрҙе асыҡлаған. Улар шулай уҡ йөҙ грамм самаһы наркотиктар тартып алған, суд органдарынан ҡасып йөрөгән бер нисә кешене тотҡан. Эш һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың полиция хеҙмәткәрҙәре почетлы икенсе урынға лайыҡ булған.

— Был беренсе, ауыр командировка. Унда башҡа төрлө йолалар, ҡанундар, әммә алты ай көсөргәнешле һәм уңышлы үтте, — тип һөйләне баш ҡаланың патруль-пост хеҙмәте инспекторы, полиция майоры Рөстәм Сәйфуллин. – Өйҙә беҙҙе балалар, ғаилә, ата-әсәләр көтә, тигән уй көн һайын күңелде йылытты — ә был иң мөһиме.

Имен-аман әйләнеп ҡайтҡан полиция хеҙмәткәрҙәрен ҡаршы алырға һәм ҡотларға БР буйынса Эске эштәр министрлығы етәкселеге килде. Республиканың эске эштәр министры полиция генерал-майоры Михаил Закомалдин ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәргә уңышлы хеҙмәт өсөн наградалар тапшырҙы.

— Һеҙ тағы ла бер тапҡыр Башҡортостан полицияһы хеҙмәткәре тигән юғары исемде раҫланығыҙ һәм алдығыҙға ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәнегеҙ, — тине генерал Закомалдин, тәртип һағында тороусыларҙы сәләмләп. – Республика етәкселеге исеменән һеҙгә лайыҡлы хеҙмәтегеҙ өсөн оло рәхмәтемде белдерәм.