Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Ҡалтасы районында 18 йәшлек егет батып үлгән

Йәмғиәт

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, үткән тәүлектә һыуҙа ике бәхетһеҙлек осрағы теркәлгән. Бер кеше һәләк булған, икәүһен ҡотҡарғандар.

Бәлә Ҡалтасы районының Вәсил ауылы янында булған. Бында, Танып йылғаһының һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған урынында, 18 йәшлек егет батып үлгән.

Өфөлә ҡотҡарыусылар батып барған 27 һәм 28 йәшлек егеттәргә ярҙам итеп өлгөргән. Улар, Йылы күлдә (Калинин районы) һыу ингән, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть