10 декабрь, Шәмбе

24 июль 2012 йыл, 12:56

Рөстәм Хәмитов: «Беҙ барыбыҙ ҙа эшҡыуарлыҡты үҫтереү яҡлы»

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса хоҡуҡи механизмдар» исемле түңәрәк өҫтәл эшендә ҡатнашты, сара 23 июлдә республиканың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығында үтте. Әлеге осрашыу Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы Эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкил Борис Титовтың Өфөгә визиты сиктәрендә ойошторолдо.

Рөстәм Хәмитов, ҡунаҡты сәләмләп, уға эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил вазифаһында тәүге визиты менән беҙҙең республикаға килгәне өсөн рәхмәтен белдерҙе.

— Беҙҙең хеҙмәттәшлек үҫешәсәк, алға табан барасаҡ, тип ышанам, — тине Президент. Уның һүҙҙәренсә, эшҡыуарҙарға эшләргә ҡамасаулаған, уларҙың юлында административ кәртәләр булдырған кешеләр әле булһа осрай. Шул уҡ ваҡытта власть органдары вәкилдәре менән таныш булған һәм бының менән файҙаланған намыҫһыҙ бизнесмендар ҙа бар.

— Рейдерлыҡ, предприятиеларҙы баҫып алыу факттары бар. Был енәйәтсел алымдар. Уңышлы эшләгән предприятиеларҙы банкротлыҡҡа дусар итеүҙәрен күрәбеҙ, кешеләр эшһеҙ урамда тороп ҡала. Бындай кире күренештәрҙең барыһы ла эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҡамасаулай, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.

Рөстәм Хәмитов төбәктә бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү кимәле хаҡында һөйләгән мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә бөгөн 460 меңдән ашыу кеше эшләй. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең тәүге ун төбәге иҫәбенә инә. Бәләкәй предприятиелар һаны буйынса республика Волга буйы федераль округында беренсе урында тора. Башҡортостан былтыр «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм бының өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы төбәге (субъекты)» дипломына лайыҡ булды.

Әлбиттә, эшҡыуарлыҡтың үҫеүенә төрлө дәүләт ярҙамы саралары ла булышлыҡ итә. Шулай итеп, субсидиялар өсөн генә быйыл 215 миллион һум аҡса ҡарала. Бәләкәй бизнесҡа финанс ярҙам буйынса баҫымды урындағы кимәлгә — муниципалитеттарға күсереү дауам итә. Республикала микрофинанслау системаһы булдырылды, бизнес-инкубаторҙар, мәғлүмәт-консультация үҙәктәре эшләй. Һуңғы осорҙа эшҡыуарҙар мәнфәғәттәрен иҫәпкә алған закондар ҡабул ителә.

— Мартта беҙҙә эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкил булдырылды, — тип иҫкә төшөрҙө Рөстәм Хәмитов. — Ә хәҙер омбудсмен институты булдырыла. Беҙ барыбыҙ ҙа эшҡыуарҙарҙың – яҡлаулы, ә бизнестың асыҡ булыуы яҡлы.

Әммә быға ҡарамаҫтан, тип билдәләне Президент, беҙҙә, шул иҫәптән хоҡуҡ һаҡлау структураларында, етди проблемалар етерлек.

Рөстәм Хәмитов иҫәпләүенсә, властар эшмәкәрлегендә «ғәҙеллек» төшөнсәһе төп һүҙ булып торорға тейеш.

— Үҙ вазифамда ғәҙеллек булдырасаҡмын, — тине республика башлығы. – Беҙҙең йәмғиәттә ғәҙеллек етешмәй, халыҡ тап шуны көтә лә инде.

Ошондай уҡ бурыс – эшҡыуарҙарҙы яҡлау һәм ғәҙеллек булдырыу – бизнес-омбудсмендар алдында ла тора.

Түңәрәк өҫтәл эшендә Башҡортостанда Эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкил Рафаил Ғибәҙуллин, Дәүләт Думаһы депутаттары Рафаэль Мәрҙәншин һәм Виктор Климов, «Бизнес-берҙәмлек» коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ рәйесе Яна Яковлева, «Граждандар абруйы» дөйөм Рәсәй ижтимағи хәрәкәте Президиумы рәйесе Элла Памфилова, шулай уҡ республиканың абруйлы эшҡыуарлыҡ ойошмалары етәкселәре ҡатнашты. Түңәрәк өҫтәл модераторы булып Башҡортостан Президенты советнигы, Президенттың инвестицион хеҙмәттәшлек буйынса махсус вәкиле, «Эшлекле Рәсәй»ҙең вице-президенты Андрей Назаров сығыш яһаны.