6 декабрь, Шишәмбе

24 июль 2012 йыл, 11:24

Башҡортостанда бизнес-мөхитте яҡшыртыу буйынса эшмәкәрлек әүҙем үҫтереләсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Андрей Старостин

Башҡортостанда бизнес өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелеген арттырырға ниәтләйҙәр. Республикала эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау механизмдары буйынса түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар шундай һығымтаға килде. Сара 23 июлдә Өфөлә үтте. Унда Рәсәй Президенты янындағы Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов ҡатнашты.

Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов билдәләүенсә, бөгөнгө көндә бизнеста проблемалар бихисап.

— Эшҡыуарҙар яҡлауға мохтаж, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. – Республикала һуңғы ваҡытта быға ҙур иғтибар бүленә. Атап әйткәндә, беҙҙә эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкил институты булдырылды. Бынан тыш, ҡануниәт буйынса бығаса булмаған ҡарар ҡабул ителде – милек һәм килемгә һалымдар буйынса ун йылға тиклем ташламалар булдырыла. Инвестиция проекттарын оҙатыу буйынса үҫеш корпорацияһы булдырылды, ул уңышлы ғына эшләп килә. Шул уҡ ваҡытта административ кәртәләр менән эштәр яйлы түгел, сөнки бығаса беҙҙә инструменттар булманы. Әммә хәҙер улар барлыҡҡа килә башланы. Быларҙың барыһы ла яҡшы һөҙөмтә бирә. Беҙҙә төп капиталға инвестициялар күләме 185 миллиард һум тәшкил итә, планда – 230 миллиард, — тине Президент Хакимиәте башлығы.

Борис Титов фекеренсә, бизнесһыҙ иҡтисад та булмаясаҡ.

— Бөгөн беҙ был хаҡта Башҡортостан Президенты менән ентекле һөйләштек. Күпселек йәһәттән бизнес проблемаларына ҡараштарыбыҙ тап килә, — тине омбудсмен. – Етди мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Беҙгә инвесторҙарҙы йәлеп итеү ауыр. Унан да бигерәк, уларҙы тотоп ҡалыу ауырлаша башланы. Күптәрҙе бизнестың яҡланған булмауы, шулай уҡ юғары сығымдар, һалымдар һәм административ рента ҡурҡыта. Уртаҡ тырышлыҡтар менән хәлде яйға һала алырбыҙ, тип уйлайым.

Борис Титов бизнес-мөхитте яҡшыртыу өсөн тейешле шарттар булдырыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Власть был мәсьәләгә ҙур иғтибар бүлгән осраҡта ғына хәл яҡшырасаҡ, — тине ул. – Республикала был мәсьәләне власть үҙ контролендә тота. Федераль кимәлдә эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил институтын булдырыу алдынан уның беренсе булып Башҡортостанда булдырылыуы ошо хаҡта һөйләй.