11 декабрь, Йәкшәмбе

24 июль 2012 йыл, 10:30

Рөстәм Хәмитов эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов менән осрашты

автор: «Башинформ» | фото: Андрей Старостин

23 июлдә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты янындағы Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов менән эш осрашыуы үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Унда бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү, эшлекле мөхитте яҡшыртыу һәм хеҙмәттәшлек булдырыу мәсьәләләре тикшерелде.

Рөстәм Хәмитов, ҡунаҡты сәләмләп, уға эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил вазифаһында тәүге визиты менән беҙҙең республикаға килгәне өсөн рәхмәтен белдерҙе.

— Һеҙҙең килеүегеҙ беҙҙең өсөн мөһим, — тине Президент. — Әлбиттә, беҙгә «сәғәттең дөрөҫлөгөн тикшерергә» кәрәк. Яңыраҡ республикабыҙҙа шундай уҡ эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил вазифаһын булдырҙыҡ, ул эшләй башланы ла инде. Был эшмәкәрлекте үҫтермәксебеҙ. Беҙҙең өсөн һеҙ тәҡдим иткән «Бизнес коррупцияға ҡаршы» тезисы бик мөһим. Эшҡыуарлыҡты яҡлау беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Яҡлау ғына түгел, уны үҫтереү, сәнәғәт производствоһы күләмдәрен арттырыу. Барыһы ла бик ауыр бирелә. Алға табан һәр бер аҙым күп сығымдар һәм көс талап итә. Һеҙҙең ярҙамһыҙ булмаясаҡ. Әммә беҙ ҙә үҙебеҙҙең мөмкинлектәрҙе тулыһынса ҡулланып етмәйбеҙ. Рәсәй субъекттары кимәлендә, атап әйткәндә, Башҡортостан Республикаһында нимәләр эшләп була – ошо хаҡта беҙгә һөйләшеп алырға кәрәк. Беҙ һәр ваҡыт әйтәбеҙ: эре предприятиеларыбыҙ тирәләй күп кенә «бәләкәстәр» булдырылырға тейеш.

Технопарктар, индустриаль парктар булдырыу өсөн эре предприятиеларҙы үҫтерәбеҙ. Инновацион үҫеш юлы буйынса ла алға барабыҙ. Китеп барған поездың баҫҡысына менеп өлгөрҙөк – Рәсәй Федерацияһының Инновацион төбәктәр ассоциацияһына индек. Был да бик күп эшҡыуарҙар менән эш итеүҙе күҙ уңында тота. Бик ҡыҙыҡлы тармаҡтарҙы үҫтерә башлайбыҙ. Улар — радиоэлектроника, шул иҫәптән микроэлектроника, IT-тармаҡ.

Республикала монопрофилле иҡтисадтан ситләшергә кәрәк. Әммә шул уҡ ваҡытта шуны ла аңлайбыҙ: нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү бар икән – ҙур ғилми учреждениелар ҙа буласаҡ. Был өлкәлә лә заманса булырға тейешбеҙ.

Борис Титов, үҙ сиратында, эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең Рәсәй өсөн бөтөнләй яңы институт булыуын билдәләне.

— Уны булдырыу үрнәк булырлыҡ ваҡиға булып тора, — тине омбудсмен. – Ил өсөн тейешле кимәлдәге эшлекле мөхит бик кәрәк. Диверсификация – иҡтисадыбыҙҙың мөһим бурыстарының береһе. Күп тармаҡлы иҡтисадта барлыҡҡа киләсәк күп һанлы бюджетты тулыландырыу сығанаҡтарына таянырға тейешбеҙ.

Беҙҙең институтты булдырыу – ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, проблемалар булыуын таныу. Был мәсьәләләрҙе хәл итһәк, бизнес һөҙөмтәле үҫешәсәк. Проблемалар төрлө. Һәм беренсе урында милекте, бизнесты яҡлау, бизнес хәүефһеҙлеге тора. Коррупция, бизнесты ҡыҫырыҡлау ҙа бар. Шуға күрә проблемалары булған айырым эшҡыуарҙарҙы яҡлау буйынса сараларға ҙур иғтибар бүләбеҙ.

Ошоға бәйле «Бизнес коррупцияға ҡаршы» ижтимағи процедуралар үҙәген булдырҙыҡ, ул айырым проблемалар, эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын боҙоу осраҡтары буйынса эшмәкәрлек алып бара. Әлегә 140-тан ашыу мөрәжәт булды.

Беҙҙең институт эшлекле мөхитте координациялау һәм яҡшыртыу өсөн төп урындарҙың береһен биләргә тейеш. Был йәһәттән хеҙмәттәшлек итеүгә бик ышанабыҙ. Федераль кимәлдә эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил институтын булдырыу алдынан ул Башҡортостанда булдырылды. Был һеҙҙең, республика етәксеһе булараҡ, был мәсьәләгә ҙур иғтибар бүлеүегеҙ, уны хәл итеү кәрәклеген аңлауығыҙ хаҡында һөйләй. Был йәһәттән беҙ – фекерҙәштәр, — тине Борис Титов.