10 декабрь, Шәмбе

23 июль 2012 йыл, 17:33

Республикала йәй башынан сәләмәтләндереү лагерҙарында өс йөҙ меңдән ашыу бала ял иткән

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостандың сәләмәтләндереү лагерҙарында икенсе йәйге смена тамамлана. Республикала программа сиктәрендә әлеге ваҡытта 2473 учреждение үҙ эшен тамамланы. Уларҙа 153 меңдән ашыу бала ял итте, тип хәбәр иттеләр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Балаларҙы сәләмәтләндереү һөҙөмтәлелегенә баһа биреү буйынса күҙәтеү мәғлүмәттәренә ярашлы, балаларҙың 86 процентында ыңғай һөҙөмтә билдәләнә. Тәүге сменала был күрһәткес 82 процент тәшкил иткәйне.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе сәләмәтләндереү һәм уларҙың ялын ойоштороу маҡсатында беренсе йәйге сменала 2607 республика учреждениеһы эшләне. Уларҙа 150 меңдән ашыу бала ял итте.