Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

«500 ферма» программаһы яңы йүнәлештәр менән тулыландырылды

Иҡтисад

«500 ферма» республика программаһына үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер субсидияларҙы иҫке биналарҙы яңыртҡанда һәм реконструкциялағанда ғына түгел, яңы заманса малсылыҡ комплекстарын төҙөгәндә лә алырға булы, тип асыҡланылар республиканың аграр ведомствоһынан. Иглин районы аграрийҙарын был үҙгәрештәр менән Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фларис Шәйхетдинов таныштырҙы. «Һөтсөлөк малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012-2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында 500 һөтсөлөк-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса районда зона кәңәшмәһе үтте.

— Проектҡа юҡҡа ғына бындай ҙур иғтибар бүленмәй, — тип иҫәпләй министр урынбаҫары. – Эксперттар фекеренсә, был комплекслы программа төбәктең малсылыҡ объекттары эшмәкәрлеген бөтөнләй яңы кимәлгә сығарасаҡ. Шул уҡ ваҡытта һөт малсылығының сифат күрһәткестәре артасаҡ, сығымдар ҡулайлаштырыласаҡ.

Кәңәшмәлә шулай уҡ программала ҡатнашыусы ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре отчет менән сығыш яһаны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть