6 декабрь, Шишәмбе

23 июль 2012 йыл, 15:16

Өфө бейеүселәре Болгариянан еңеү менән ҡайтты

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфө балалар сәнғәт мәктәбенең «Бейеү формулаһы» хореография ансамбле Албена ҡалаһында уңышлы сығыш яһаны. Коллектив «Болгария дуҫтары» («Приятели на България») Халыҡ-ара фестиваль программаһында ҡатнашты. Йәш бейеүселәр лайыҡлы наградалар – «Халыҡ бейеүе» номинацияһында I дәрәжә диплом һәм «Эстрада бейеүе» номинацияһында II дәрәжә диплом алып ҡайтты, тип хәбәр иттеләр Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Быйыл үҙ һәләттәрен күрһәтергә Мәскәү, Архангельск, Магнитогорск, Новосибирск, Тула, Тольятти, Екатеринбург һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан йәш бейеүселәр килде. Яҡын сит илдәрҙән – Болгария, Ҡаҙағстан, Украина, Эстониянан да ҡатнашыусылар булды. Конкурс жюрийы йәмғеһе 10 фестиваль концертын ҡараны.

Өфө ансамбле етәкселәре Ирина һәм Николай Плотниковтар билдәләүенсә, коллектив был фестивалдә тәүгә ҡатнашмай, йәш бейеүселәр һәр саҡ жюри ағзаларының юғары баһаһына лайыҡ була.