Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 2018 йылға тиклем эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса программа ҡабул ителде

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 20 июлендәге 249-сы ҡарары менән «2013-2018 йылдарға Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү» республика оҙайлы сроклы маҡсатлы программаһы раҫланды. Бындай документ төбәктә тәүгә ҡабул ителде.

Республика оҙайлы сроклы маҡсатлы программаһы Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы менән берлектә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты менән әҙерләнде. Әйткәндәй, Академия Башҡортостанда бәләкәй һәм урта бизнес субъекттарын үҫтереү өлкәһендә ғилми-тикшеренеү эштәрен ойоштороу буйынса асыҡ конкурста еңеү яулағайны.

Программа алты йылға республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса стратегик йүнәлештәрҙе билдәләй. Бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам итеү буйынса һөҙөмтәле механизмдар формалаштырыу нигеҙендә Башҡортостанда бизнесты үҫтереү өсөн шарттар булдырыу программаның төп маҡсаты булып тора.

Дәүләт комитетының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге программа эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса ғәмәлдәге программаларҙың дауамы булып тора, ул закондар сығарыу, финанс, мәғлүмәт һәм башҡа өлкәләрҙә яңы эшләнмәләрҙе иҫәпкә алып әҙерләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть