Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Палдиски ҡалаһында башҡорт һабантуйы үтте

Сәйәсәт

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһының Палдиски ҡалаһына визиты һәм Ҡала көнө сиктәрендә бында һабантуй үтте. Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов байрамда ҡатнашыусыларға сәләмләү хатын ебәрҙе, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни үҙәге рәйесе Флүзә Хәйруллина.

Палдиски мэры Каупо Каллас билдәләүенсә, беҙҙең халыҡтарҙы ике легендар милли геройҙың трагик яҙмыштары берләштерә: Салауат Юлаев 1775 йылда Эстонияға һөргөнгә ебәрелгән, Эстония Республикаһының беренсе Президенты Константин Пятс 1940 йылда  Башҡортостанға ебәрелгән.

Палдискиҙа үткән башҡорт һабантуйы Балтик буйында йәшәүсе барлыҡ ватандаштарҙы бергә йыйҙы. Байрам концертында Эстония эстрадаһы йондоҙҙары, Өфөнөң билдәле «Далан» фольклор-эстрада төркөмө, «Карикакар» эстон бейеү ансамбле, Эстонияның опера театры солисы Виллу Валдмаа сығыш яһаны. Байрамда үткәрелгән төрлө халыҡ уйындары ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде.

Сара Салауат Юлаевҡа һәйкәл янында тамамланды. Тимур Мортазин һәм Илнур Хәйруллин Ҡөрьәндән сүрәләр уҡыны, шағирә Ли Сеппел эстон телендә Салауат Юлаев шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

Башҡортостан делегацияһы визиты сиктәрендә ватандаштар менән осрашыу ойошторолдо.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть