Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.74 ↑

EUR 75.32 ↓

26 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Стәрлетамаҡта «Мөхәммәтсәлим» мәсете төҙөлә

Йәмғиәт

Ураҙа айы башланыр алдынан Стәрлетамаҡта, Ҡаранай Моратов урамында «Мөхәммәтсәлим» мәсетенә тәүге нигеҙ ташы һалынды. Тантаналы сарала ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Владимир Куликов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Зиннәтуллин, проект инициаторы Салауат Яппаров, ҡаланың дини кешеләре ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр ҡала округы хакимиәтенең киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнештәр буйынса бүлегенән.

— Мәсет төҙөүгә рөхсәт ҡағыҙын өс ай элек алдыҡ, — тип билдәләне Салауат Яппаров. – Киләсәктә бында мәҙрәсә һәм пансионат асылыр, тип ышанам.

Төҙөлөп ятҡан мәсет 250 кешегә иҫәпләнгән, бында бер манара һәм ике зал буласаҡ. Ғибәҙәтхана биләмәһендә ял зонаһын булдырыу планлаштырыла.

автор: Марина Шумилова
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть