3 декабрь, Шәмбе

23 июль 2012 йыл, 10:27

Күмертауҙа «Асыҡ мөхит» муниципаль программаһы әҙерләнә

автор: Марина Шумилова

Күмертау хакимиәтендә ҡалала инвалидтар өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса киңәйтелгән кәңәшмәлә түбәндәге ҡарарҙар ҡабул ителде: «Асыҡ мөхит» комплекслы муниципаль программаһын ҡабул итеү; бина һәм ҡоролмаларҙың инвалидтар өсөн уңайлы булыуын тикшереү буйынса йәмәғәт инспекцияһын һәм ҡала округы хакимиәте ҡарамағында инвалидтар эштәре буйынса Совет булдырыу; коляскала йөрөүсе, ишетеү һәм күреү һәләте буйынса инвалидтарҙың фатирҙарын кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин ителеш буйынса тикшереү; инвалидтарға дәүләт хеҙмәттәре алыу өсөн махсус йыһазландырылған урындарҙы һәм уларға барыу юлдарын күрһәткән карта-схемалар төҙөү һәм уларҙы Күмертау ҡалаһы ҡала округының рәсми сайтында урынлаштырыу.

Кәңәшмәлә «Асыҡ мөхит» муниципаль маҡсатлы программаһының төп йүнәлештәре тикшерелде, программаны ағымдағы йылдың сентябрендә ҡабул итеү планлаштырыла. Муниципаль программа 2011-2015 йылдарға «Асыҡ мөхит» республика маҡсатлы программаһы сиктәрендә әҙерләнә.