11 декабрь, Йәкшәмбе

23 июль 2012 йыл, 9:32

Башҡортостанда 428 мең тонна бесән әҙерләнгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда 428 мең тонна бесән (планға ҡарата был 59 процент), 1 миллион тонна сенаж (45%) әҙерләнгән. Уртаса һәр шартлы мал башына 10 центнер мал аҙығы берәмеге тупланған, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан. Күп йыллыҡ үләндәр сабып алынған. Әлеге ваҡытта ауыл халҡы 200 мең гектар майҙанда бер йыллыҡ үләндәрҙе сенажға сабырға төшкән.

Шул уҡ ваҡытта Баймаҡ, Ғафури, Йылайыр, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Салауат райондарында мал аҙығы әҙерләү буйынса көсөргәнешле хәл күҙәтелә – һәр шартлы мал башына 2,7-8,7 центнер мал аҙығы берәмеге тупланған.

Дөйөм алғанда ҡышҡылыҡҡа һәр шартлы мал башына кәм тигәндә 29 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләү бурысы ҡуйылған.