8 декабрь, Кесе йома

20 июль 2012 йыл, 18:17

Республика Хөкүмәте менән «Ингосстрах» компанияһы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Динар Калимуллин

20 июлдә Башҡортостан Хөкүмәте «Ингосстрах» асыҡ страховкалау акционерҙар йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов һәм «Ингосстрах» асыҡ страховкалау акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Александр Григорьев ҡул ҡуйҙы. Страховкалау компанияһы делегацияһы республика етәкселеген төбәктә тәҡдим итерлек бер нисә финанс инструмент менән таныштырҙы. Эшлекле осрашыуҙар барышында Башҡортостанда страховкалау баҙарын артабан үҫтереү, предприятиеларҙы һәм халыҡты яҡлау мәсьәләләре тикшерелде.

Александр Григорьев ауыл хужалығын страховкалауға айырым иғтибар йүнәлтте.

— Беҙҙең илдә ауыл хужалығын страховкалау системаһы дөрөҫ булдырылмаған, — тине ул. – Беҙ һәр ваҡыт уны камиллаштырырға тырышабыҙ. Бөгөн Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һөйләшеү барышында ауыл хужалығын страховкалау алымдарын системалы үҙгәртеү мәсьәләләренә иғтибарын йүнәлтте.

БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов Александр Григорьевтың тәҡдимдәрен хупланы. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов төбәктең страховкалау баҙарын яҡшыртыу буйынса эш төркөмөн булдырырға ҡушты, тип билдәләне ул.

— Беҙҙең баҙар тотороҡло һәм етди булырға тейеш, — тине Азамат Илембәтов. – Шулай уҡ хәүеф янаған тармаҡтарҙы асыҡлау өсөн комплекслы анализ да кәрәк. Бөгөн ауыл хужалығында беҙ иҫәп тотҡан уңыш юҡ. Әгәр ауыл хужалығы биләмәләре тейешле кимәлдә страховкаланған булһа, юғалтыуҙарҙың ярайһы уҡ ҙур өлөшөн ҡаплай алыр инек. Шуға күрә республика беҙгә «Ингосстрах» кеүек ҙур компанияларҙың килеүен теләй. Был йүнәлеш беҙҙең өсөн үтә мөһим.