9 декабрь, Йома

20 июль 2012 йыл, 16:04

Рөстәм Хәмитов Вәлиулла хәҙрәт Яҡуповтың һәләк булыуы сәбәпле яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлаша

автор: «Башинформ»

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңнехановҡа телеграмма ебәрҙе, унда ул Вәлиулла хәҙрәт Яҡуповтың һәләк булыуы сәбәпле уның туғандарының һәм яҡындарының, Татарстан мосолмандарының ҡайғыһын уртаҡлаша, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән. «Ул дини һәм тарихи хеҙмәттәр авторы, әүҙем публицист һәм ислам динен популярлаштырыусы, экстремизмға ҡаршы көрәшеүсе булды. Вәлиулла хәҙрәт конфессия-ара диалогты, дәүләт һәм дини ойошмаларҙың үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүен нығытыуға ҙур өлөш индерҙе. Был ҡурҡыныс афәт тураһындағы яңылыҡ республика халҡының йөрәктәрендә ҡайғылы ауаз тапты. Изгелек һәм ғәҙеллек идеалдары менән йәшәгән яҡташыбыҙ, дини эшмәкәр һәм гуманист, йәштәрҙең остазы һәләк булды. Уның хаҡында яҡты хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ», – тиелә телеграммала.