Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала ветерандарға Рәсәй Президентынан ҡотлау телеграммалары тапшырыла

Сәйәсәт

Рәсәй Президентының 90 йәшкә еткән һәм унан да олораҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм тыл хеҙмәтсәндәренә ҡотлау хаттарын тапшырыу тураһындағы Указын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда ветерандарға ҡотлау телеграммалары тапшырылды.

Шулай итеп, Владимир Путиндың ҡотлау телеграммаһын үҙенең 100 йәшлек юбилейына Ҡыйғы районының Арыҫлан ауылында йәшәүсе Ҡәтифә Ниғмәтулла ҡыҙы Мәхмүтова алды. Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Азат Ямалетдинов, Арыҫлан ауыл советы башлығы Светлана Хажиева Ҡәтифә Мәхмүтованы ысын күңелдән тәбрикләп, ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.

Дыуан районы хакимиәте башлығы Владимир Солин һәм хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Вера Глушкова ҡотлау телеграммаһын Михайловка ауылында йәшәүсе үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләгән педагогик хеҙмәт ветераны, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының тол ҡатыны Мария Васильевна Малафееваға тапшырҙы. Мәсәғүт ауылында йәшәүсе Олга Васильевна Дакалова ла Рәсәй Президентынан ҡотлау телеграммаһын һәм ҡиммәтле бүләк алды.

«Һеҙҙең быуын – Бөйөк Ватан һуғышының ауыр һынауҙарын намыҫ менән еңеп сыҡҡан геройҙар һәм еңеүселәр быуыны менән ғорурланабыҙ, — тиелә ҡотлау телеграммаһында. – Һәм һәр кем Еңеүгә үҙенең баһалап бөткөһөҙ өлөшөн индергән. Был тиңе булмаған ҡаһарманлыҡ быуаттарҙа һаҡланып ҡаласаҡ, ватансылыҡ, әхлаҡлылыҡ, бурысҡа тоғролоҡтоң юғары миҫалы булып торасаҡ».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть